-21 °С
Болотло
Ошо көндәрҙә юл-патруль хеҙмәтенең ҡала полкы хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Коммунистик урамында микроавтобус водителен туҡтата. Тикшереү барышында уның 100-гә яҡын түләнмәгән административ штрафы булыуы асыҡланған. Урынға шунда уҡ суд приставтары саҡыртыла. Асыҡланыуынса, ирҙең дәүләт алдындағы дөйөм бурысы 1,3 миллион һумдан ашҡан. Был бурысҡа, Дәүләт автоинспекцияһы штрафтарынан тыш, һалымдар һәм кредиттар ҙа ингән.
Һөҙөмтәлә уның микроавтобусы махсус туҡталҡаға урынлаштырылған.
Фото: Т. Аманов