

Ҡаҙаҡ ҡыҙы Мәликә менән башҡорт егете Марс бер-береһенә тәү ҡараштан ғашиҡ була. Егет Ҡыҙыл йылғаһы буйҙарында халыҡ телендә Ҡыҙыл Һарт тип аталған ауылда – беренсе гармунсы. Ә туған телендә лә, урыҫса ла сатнатып һөйләшкән сибәр ҡыҙ, алыҫ араларҙы яҡын итеп, апаһы Баянһылыуға ҡунаҡҡа килгән була. Тап шул саҡта тоҡана йәштәрҙең мөхәббәт хисе! Никах туйынан һуң Мәликә ҡайны-ҡәйнә нигеҙенә таштай бата...
Ул мәлдәргә сирек быуаттан ашыу ваҡыт үткән. Ырыҫлы, иманлы ғаиләнең улдары Данил менән Фидан ир етеп, Өфөлә заманса һөнәр алған. IТ белгестәре улар. Ә ҡыҙҙары Рита Әбйәлил районының Әбделмәмбәт ауылында туған мәктәбендә уҡый, әсәһе-өләсәһе наҙына ҡойона.
Данил:
– 6-сы синыфта информатика менән ныҡ ҡыҙыҡһына башланым. Атайым шул мәлдә компьютер алып биргәйне. Тәүҙә унда балалар уйыны менән мауыҡтым. Шул мәлдә уйын программаларының телдәре барлығын белеп ҡалдым. Үҙем дә эшләп ҡараным, килеп сыҡты! Ауыл мәктәбенән һуң IТ буйынса Өфөләге колледжда белем алдым. Беренсе курстан һуң ауылға каникулға ҡайттым да интернетта эш алдым. Уны ҡушҡан мәлгә тапшырғайным, миңә тәүге эш хаҡы килде. Үҙем дә, атай-әсәйем дә ныҡ ҡыуанды. Ҡалған уҡыуымды шулай эшләп тамамланым. Өфөләге фатир хужаһына түләргә лә, йәшәргә лә етте, – тип һөйләне.
Ул уҡыуын тамамлауға атаһы мәрхүм була. Баш бала әсәһенә ярҙам итергә лә форсат таба, ҡустыһы Фиданды ла ҡанат аҫтына ала. Хәҙер ул да ошо өлкәлә эшләй. Веб-дизайнер, аналитик, төрлө программа телен ғәмәлдә тикшереүсе һ.б һөнәрҙәрҙе үҙләштергән улар.
Данил донъялағы IТ-йүнәлеште яҡшы белә, уларҙы сағыштырып ҡарай, баһалай. Рәсәйҙә интернет тиҙлеге Европанан да шәп, үҙе арзан, ти ул.
25 йәшлек егет атаһының ғына түгел, әсәһе яғынан да ырыу-затын ихлас өйрәнә. Башҡорт-ҡаҙаҡ олаталары менән ғорурлана. Уға ҡарайым да, Ҡыҙыл буйҙарынан ҡыҙҙар күҙе ҡыҙырлыҡ аҡыллы, үҙаллы егет сыҡҡан, тип ҡыуанам. Данил Дияров кеүек йәш йәндәр ишен табып, түл ейһен, милләт ҡотона әүерелер егеттәребеҙҙең яҙмышы яҡты булһын!
«Йәшәү йәме» тапшырыуын «Юлдаш» радиоһында һәм https://bash.news/yuldash сайтында тыңларға мөмкин.
Әнисә МУЛЛАҒОЛОВА.