Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноябрь , 09:05

Социаль эшҡыуар булығыҙ

Бәләбәйҙән Эльвера Авзалова “IQ007” тиҙ уҡыу мәктәбе проекты менән социаль эшҡыуарҙар реестрына ингән.

Социаль эшҡыуар булығыҙ
Социаль эшҡыуар булығыҙ

Бәләбәйҙә бындай мәктәп 2008 йылдан эшләй, унда меңләп кеше уҡып сыҡҡан. Балалар 4 йәштән төрлө йүнәлештә шөғөлләнә. Өлкәндәргә лә курстар бар.

Эльвера ханым быйыл БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының социаль эшҡыуарҙарға бирелә торған субсидиялар конкурсында ҡатнашырға булған һәм үҙенең социаль проектын ғәмәлгә ашырыуға грант алған. Эшҡыуар тағы бер мәктәп асырға ниәтләй.

Фото: Бәләбәй районы хакимиәте сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в