23 ноябрҙә Өфөләге дәүләт опера һәм балет театрында Әсә көнөнә арналған тантаналы сара уҙа. Уны үткәреү барышында ғаиләләрҙе «Ата-әсә ҡаһарманлығы» дәүләт награда-миҙалы менән бүләкләү тантанаһы була.
22 ноябрҙән 27-һенә тиклем «Әсәйҙәр әсәйҙәргә» акцияһына ярашлы, республикала «Ғаилә изгелек бумерангы» уҙғарыла. Ул ирҙәре һәм аталары өлөшләтә мобилизацияға ебәрелгән ғаиләләргә ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота.
24 ноябрҙә социаль селтәрҙәрҙә «Иң наҙлы, иң һөйкөмлө әсәй» оҫталыҡ дәресе була, унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
24 ноябрҙә ҡаланың мәҙәни-ял итеү үҙәгендә «Фәрештә ҡанаттары» кисәһе үтә. Инеү бушлай. Ә «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайында байрам концерты була, ул киске 7-лә башлана.
24, 26 һәм 27 ноябрҙә Башҡортостан юлдаш телеканалында Әсә көнөнә арналған тапшырыуҙар күрһәтелә.
25 ноябрҙә Башҡортостандың опека органдары «Йөрәктән тыуғандар» асыҡ ишектәр көнө үткәрә, унда баланы ғаиләгә алырға теләүселәр, уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алыуға кандидаттар йәки опекундар саҡырыла.
25 ноябрҙә Өфөнөң үҙәк ҡала китапханаһында «Минең әсәйем» фотоконкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. Конкурсты ойоштороусылар булып Октябрь районы хакимиәте һәм «Визуал» художестволы фотография оҫтаханаһы сығыш яһаны.
26 ноябрҙә республиканың барлыҡ райондарында «МамыВместе» ғаилә ялы уҙғарыла.
26 ноябрҙә эстрада бейеүе, сәғәт-сәғәттең бал бейеүе, эстрада һәм джаз вокалы нигеҙҙәре, оригами техникаһында ҡағыҙҙан сәскәләр эшләү һәм конферанс сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре була. Былар барыһы ла Өфөнөң балалар филармонияһында (Октябрь проспекты, 33) теләгән әсәләр өсөн бушлай үтәсәк. Бының өсөн 8(347)223-30-65 телефоны буйынса алдан яҙылыу талап ителә.
27 ноябрҙә «Бәхет тыуған» акцияһы уҙғарыла, уға ярашлы Әсә көнөндә бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарға «Башҡортостан Республикаһы әсәләре» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһынан ҡотлау открыткаһы һәм бүләк тапшырыла.
27 ноябрҙә ҡала мәҙәниәт һарайында «Рәхмәт, әсәй...» концерт программаһы уҙасаҡ, ул киске сәғәт 6-ла башлана.
Фото: Т. АМАНОВ.