Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноябрь , 13:10

Раил Әсәҙуллин гуманитар ярҙамды оҙатыуҙа ҡатнашты

Донбасс тарафтарына сираттағы гуманитар ылау юлға сыҡты. Башҡортостан халҡы үҙенең битараф булмағанын асыҡ күрһәтеүен дауам итә. 

Раил Әсәҙуллин гуманитар ярҙамды оҙатыуҙа ҡатнашты
Раил Әсәҙуллин гуманитар ярҙамды оҙатыуҙа ҡатнашты

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайының Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин гумконвойҙы оҙатыуҙа ҡатнашты, тип хәбәр итәләр парламенттың матбуғат хеҙмәтенән.

– Республикабыҙҙың предприятиелары эшсәндәре, халҡы Шайморатов һәм Доставалов исемендәге батальондарға ярҙам йөҙөнән бронялы автомобилдәр, УАЗ-дар, экскаватор, йылы кейемдәр, медицина ҡорамалдары, дарыуҙар йыйып ебәрҙе, - тине Раил Әсәҙуллин.

Колоннаны оҙатыуҙа яугирҙарҙың ҡатындары ла ҡатнашып, улар тауарҙың сифатын тикшергән, халыҡҡа рәхмәт белдергән.

Фото: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтынан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в