Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноябрь 2022, 17:00

Оҫталар күрһәтер һөнәрен

Башҡортостанда «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә «Йыл һөнәрсеһе –2022» республика конкурсы башланды.

Оҫталар күрһәтер һөнәрен
Оҫталар күрһәтер һөнәрен

 Һөнәрселәр бәйгеһен Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы булышлығында Башҡортостан Республикаһы Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы, «Минең бизнесым» үҙәге ойошторҙо.

 – «Йыл һөнәрсеһе» конкурсы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ секторҙарының береһе булараҡ, креатив индустрияны үҫтереүгә һәм уға ярҙам итеүгә, шулай уҡ төбәктә халыҡ-художество кәсептәре һәм һөнәрселек эшмәкәрлеге өлкәһендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Ярышта «Йәш һөнәрсе – 2022» айырым категорияһында шәхси эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр һәм физик берәмектәр, шулай уҡ 14-18 йәшлек оҫталар ҡатнаша ала», – тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Бәйгенең төп номинациялары:

- Керамика менән эшләү буйынса иң яҡшы мастер;

 - Иң яҡшы күн оҫтаһы;

 - Туҡыу буйынса иң яҡшы мастер;

 - Этнографик өлгөләргә ярашлы халыҡ костюмын һәм уның элементтарын эшләү буйынса иң яҡшы оҫта;

- Автор ҡурсаҡтарын һәм йомшаҡ уйынсыҡтарын эшләү буйынса иң яҡшы оҫта;

 - Быяла деталдәр һәм изделиелар етештереү буйынса иң яҡшы оҫта;

 - Ағасты художестволы эшкәртеү буйынса иң яҡшы оҫта (ағас менән ҡул менән эшләү);

 - Ағасты художестволы эшкәртеү буйынса иң яҡшы оҫта (заманса технологиялар ҡулланып ағас менән эшләү айырым баһалана);

 - Кейеҙ менән эшләү буйынса иң яҡшы оҫта;

 - Металл менән художестволы эшләү буйынса иң яҡшы мастер (нәфис ҡойоу, художестволы сүкеү, сүкеү, филигрань);

 - ҡулдан һәм машина менән йыйыу алымы менән ҡорама тегеү буйынса иң яҡшы оҫта;

 - Биҙәүестәр эшләү буйынса иң яҡшы оҫта;

 - Бәйләү буйынса иң яҡшы оҫта;

 - Таҫма, үтек, сәйлән менән сигеү буйынса иң яҡшы оҫта;

Теркәлеүгә электрон ғаризалар 2022 йылдың 27 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Презентация материалдарын электрон почтаға [email protected].   ебәрергә кәрәк.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: