1– 3 декабрҙә Өфөлә «Өфө. Арт. Һөнәрҙәр. Сувенирҙар-2022» республика халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре күргәҙмәһе үтәсәк. Уның барышында ХV «Башҡорт шәле-2022» республика фестиваль-конкурсы ойошторола.
Фестивалдә оҫталар ҙа, республиканың һәм Рәсәйҙең халыҡ кәсептәре предприятиелары ла ҡатнаша ала.
Программала кәзә мамығынан бәйләнгән әйберҙәр: шәлдәр, палантиндар, косынкалар йәрминкәһе, кәзә мамығынан иң яҡшы әйбер оҫталары конкурсы, бәйләнгән һәм туҡылған башҡорт шәле буйынса оҫталыҡ дәрестәре, оҫталар тураһында «Башҡорт шәле тураһында реклама роликтары» видеоматериалдар конкурсы ҡаралған.
Сара йәмғиәттә милли художество кәсебе – башҡорт дебет шәленә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға, «Башҡорт мамыҡ шәле» брендын булдырыуға йүнәлтелгән.
Ҡул оҫталары күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн заявкалар 24 ноябргә тиклем 450000, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56 адресы буйынса ҡабул ителә; e-mail: [email protected]. Тел/факс 8 (347) 272-53-25, 8 (347) 272-61-44, 8-960-388-74-82.