Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноябрь , 15:30

Кисә ике янғын теркәлгән

Киске һигеҙ тирәһендә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына Өфө районының Авдон ауылында күп фатирлы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелә. Асыҡланыуынса, өс бүлмәле фатирҙың бер бүлмәһендә ут сыҡҡан була. Янғын һүндереүселәр хәүефле зонанан һигеҙ кешене, шул иҫәптән ике баланы ҡотҡара, йорттан биш кешене эвакуациялай. Янғындан алты квадрат метр майҙанда йорт мөлкәте зыян күргән. 

Кисә ике янғын теркәлгән
Кисә ике янғын теркәлгән

Киске сәғәт унынсыла Салауат ҡалаһында ла күп фатирлы йортта янғын сыға. Өсөнсө ҡаттағы фатирҙан ике кешене ҡотҡаралар, йорттан ун кешене эвакуациялайҙар. Фаразлауҙарынса, янғын ут төртөү арҡаһында сыҡҡан.

Урындарҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүселәре эшләй.

Фото: goskomitetrb

Кисә ике янғын теркәлгән
Кисә ике янғын теркәлгән
Кисә ике янғын теркәлгән
Кисә ике янғын теркәлгән
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в