Ваҡиға урынына шунда уҡ ашығыс хеҙмәттәр ебәрелә. Шаһиттар полиция хеҙмәткәрҙәренә йорт эргәһендә янғынға тиклем квартирант ирҙең йөрөгәне хаҡында һөйләй.
Янғынды һүндереү барышында 45 йәшлек хужабикә, 2-се төркөм инвалиды, үле килеш табылған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре квартирантты, 38 йәшлек ирҙе, магазинда эҙләп таба.
Ир шыр иҫерек булған, әммә нимә булғанын яҡшы иҫләп, үҙ ғәйебен таныған.
Билдәле булыуынса, һәләк булған ҡатын менән ҡулға алынған ир ике йылға яҡын бер йортта, ҡатындың фатирында, йәшәгән. Ир фатирҙа йәшәгәне өсөн айлыҡ түләү урынына коляскала ғына йөрөй алған инвалид ҡатынды ҡарашҡан. Уның әйтеүе буйынса, ауыр холоҡло ҡатынға ярауы еңелдән булмаған.
Фажиғә көндө 38 йәшлек ир аванс алыу хөрмәтенә араҡы эсергә ҡарар иткән.
Ул иҫерек килеш хужабикә менән һүҙгә килешә лә, араҡы артынан сығып китә. Кире килгәс, ишектең эстән бикле булыуы асыҡлана.
Ир асыуланып, ҡатынға һабаҡ уҡытыу ниәтендә, верандалағы ҡорғанға ут төртә. Ҡорғандың янып китеүенә инанғас, ҡабаттан магазинға юллана. Уны шунда полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала ла инде.
Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.