Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноябрь , 18:26

Хөкөм ителгәндәр өсөн 400-гә яҡын эш урыны булдырыласаҡ

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов хәбәр итә.

Хөкөм ителгәндәр өсөн 400-гә яҡын эш урыны булдырыласаҡ
Хөкөм ителгәндәр өсөн 400-гә яҡын эш урыны булдырыласаҡ

– Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы менән берлектә төбәгебеҙҙә холоҡ төҙәтеү үҙәктәре селтәрен киңәйтеү буйынса эште дауам итәбеҙ. Бөгөн 2022 йылда предприятие һәм ойошма объекттары базаһында өҫтәмә урындар булдырыу һәм хөкөм ителеүселәрҙе мәжбүри эшкә урынлаштырыу өсөн объекттар төҙөү барышын һәм һөҙөмтәләрҙе тикшерҙек.

Әлеге ваҡытта Ишембайҙағы «Аркада» сәнәғәт берекмәһе» һәм Күмертауҙа урынлашҡан «Баш-Деним» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре нигеҙендә холоҡ төҙәтеү үҙәге участкаһын булдырыу буйынса мәсьәлә тикшерелә. Төҙөлөш һәм ремонт буйынса планлаштырылған эштәр планға ярашлы бара, йыл аҙағынаса тамамланасаҡ. Объекттарҙы ваҡытында тапшырырбыҙ. Йыл аҙағынаса хөкөм ителгәндәр өсөн 400-гә яҡын эш урыны булдырыласаҡ, – тип яҙа ул социаль селтәрҙәрҙә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в