Гремолата – петрушка, һарымһаҡ, лимон, үҫемлек майынан торған соус. Италиянан отоп алынған да, бер аҙ үҙгәргән.
Ингредиенттары:
Петрушка – 300 г
Көнбағыш майы – 300 мл
Лимон – 30 г
Һарымһаҡ – ике тырнаҡ
Тәменсә тоҙ
Әҙерләү: Петрушканы йылымыс (эҫе лә, һалҡын да булмаһын!) һыуҙа йыуырға, ҡаты һабағын алмаҫҡа. Һыуын һарҡытырға. 2 – 3 өлөшкә бүлергә. Блендерҙа иҙгәндә көнбағыш майы һалырға. Зәйтүн майын да ҡулланырға мөмкин. Тоҙларға ла, ҡабығы менән лимон һалырға. Лимондың ҡабығы хуш еҫ бирә. Аҙаҡтан һарымһаҡ өҫтәргә. Уны ла тәменсә үҙегеҙ ҡарағыҙ, кемгәлер бер тырнаҡ та етә. Соус килеп сыҡҡансы блендерҙа әйләндерегеҙ.
Сағыу йәшел масса була. Гремолатаны ябыҡ быяла банкала һыуытҡыста һаҡларға. Уны йәнегеҙ теләгән ризыҡҡа ҡуша алаһығыҙ.