Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноябрь 2022, 09:55

Өфөлә таксист ҡуртымға алынған автомобилде һатҡан

Өфөлә бурыстарын ҡаплау өсөн ҡуртымға алынған автомобилде һатҡан таксисҡа ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды. Был хаҡта республика прокуратураһы хәбәр итә.

Өфөлә таксист  ҡуртымға алынған автомобилде һатҡан
Өфөлә таксист ҡуртымға алынған автомобилде һатҡан

Такси хеҙмәте хеҙмәткәре булараҡ, бер ир ҡуртым килешеүе буйынса фирманан сит ил автомобилен алған. Бер нисә аҙна үткәс, ул автомобилде 250 мең һумға өсөнсө кешегә һатҡан.

 

Енәйәтсе үҙ ғәйебен таныған. Орджоникидзе район суды уға 2 йылға һынау срогы менән шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итте, шулай уҡ компанияға килтерелгән зыянды ҡаплау тураһында талаптарҙы өлөшләтә ҡәнәғәтләндерҙе.

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: