2021 йылдың авгусында улар ике ҡатындың фатирынан 15 мең һумдан ашыу суммаға телефон, янсыҡ, телевизор урлаған, шулай уҡ мобиль ҡушымтаны ҡулланып, зыян күреүселәрҙең береһенең банк картаһынан 50 мең һум аҡсаны алған.
2021 йылдың сентябрендә ҡатын танышының өйөнә законһыҙ ингән һәм ир йоҡлап киткәндән һуң енәйәттәшен индергән. Ир йоҡлап ятҡан фатир хужаһын бысаҡ менән сәнсеп үлтергән. Енәйәтселәр фатирҙа тентенеп, 215 мең һумдан ашыу аҡсаны урлаған.
Енәйәт эҙҙәрен йәшереү өсөн улар матрасҡа ут төрткән һәм газ конфоркаларын ҡабыҙған. Бәхеткә күрә, плитаның блокировкалау системаһы ярҙамындда газ сыҡмай.
Енәйәт ҡылынғандан һуң өс көн үткәс, енәйәтселәр үҙҙәре йәшәгән фатирҙарында ҡулға алынған.
Фото: Т. Аманов