Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноябрь , 17:10

Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары боҙолһа...

22 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең яңы, республика буйынса етенсе йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе асылды. Ул  Беренсе Май урамы, 93 адресы буйынса урынлашҡан.    

Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары боҙолһа...
Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары боҙолһа...

– Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе эшҡыуарҙар өсөн ышаныслы ярҙамсыға, уларҙың проблемаларын өйрәнеү һәм хәл итеү үҙәгенә әйләнергә тейеш, – тине эш сәфәрен асыу барышында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин. – Беҙ аҡрынлап республика буйынса Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре селтәрен киңәйтәбеҙ. Хәҙерге ваҡытта улар Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта һәм Дәүләкән районында эшләй. Яҡын арала әүҙем эшҡыуарҙар һәм йәмәғәт ярҙамсылары көсө менән республиканың башҡа ҡала һәм райондарында йәнә бер нисә йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһен асырға планлаштырабыҙ.

Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә 7(347)218-18-18 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас в