Был үҙәк “Социаль казначейство” проектына ярашлы, Пенсия фонды, Социаль страховкалау фонды, Хеҙмәт һәм мәшғүллек, медик-социаль экспертиза буйынса федераль хеҙмәт эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса мәғлүмәт биреү өсөн булдырылған.
8-800-600-00-00 телефонына шылтыратып белешә алаһығыҙ. Республикалағы социаль ярҙам саралары буйынса һорауҙарға белгестәр сәғәт иртәнге 9-сы яртынан киске 6-сы яртыға тиклем яуап бирә. Тәүҙә виртуаль ярҙамсы яуаплай, аныҡ мәғлүмәт алырға кәрәкһә, операторға күсерә.
Иғтибар: 8-347-200-80-80 телефон һандары буйынса “ҡыҙыу линия” эшен 2023 йылдың 1 ғинуарынан туҡтата, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.