Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноябрь 2022, 12:52

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте йыйынына әҙерлек бара

Съезд ойошманың 30 йыллығына арнала.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте йыйынына әҙерлек бара
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте йыйынына әҙерлек бара

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенән белдереүҙәренсә, йыйын 8 декабргә күҙалланған. Ҙур сара алдынан, 30 ноябрҙә (сәғәт иртәнге 11-ҙә) "Башинформ" агентлығында матбуғат конференцияһы ла ойоштороласаҡ. 

Съезда мәғариф, мәҙәниәт, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре ҡараласаҡ һәм бөгөн бик актуаль булған тағы бер тема - СВО-ла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарына һәм әсәләренә ярҙам итеү саралары буйынса ла һөйләшеү буласаҡ. 

Әйткәндәй, БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең 2027 йылға тиклемге эш планы ла күҙаллана.

Белеүегеҙсә, йәмғиәт "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" Бөтә Рәсәй конкурсын да ойоштора. 

Фото: "Башинформ"

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: