Ир менән ҡатын араһында низағ сыҡҡан, ғәйепләнеүсе үҙенең бәләкәй балаһын алып, уны бишенсе ҡаттағы балкон тәҙрәһенән ташлау менән янаған. Был хәлдән һуң ҡатын балаһын алып, әсәһе янына йәшәргә күскән.
Күпмелер ваҡыттан һуң ҡатын улы менән әйберҙәрен алырға килә. Ир уның әйберҙәрен подъездға ырғытҡан, һуңынан баланы йәнә тәҙрәнән ташлау менән янаған. Ҡатын илаған улын тынысландырырға теләгән һәм шулай уҡ тормош иптәшенең тынысланыуын һораған. Әммә ғәйепләнеүсе баланы асыҡ тәҙрәнән сығарып, ҡатыны тағы бер аҙым яһаған осраҡта уны тәҙрәнән ташлаясағын әйткән. Ир ҡатындан подъезға ырғытҡан әйберҙәрен йыйырға һәм өйөнә ҡайтырға бойора.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таный һәм улын үлтерергә йыйынмауын, ҡатынын ҡурҡытырға ғына теләүен аңлата. Эш материалдары судҡа ебәрелгән.