"Бәйләнештә"ге "Сыңғыҙым" төркөмөндә үҙе яҙып киткәндән белешмә:
Мин, Әхмәтова Фәниә Хажи ҡыҙы, Баймаҡ районының Бикеш ауылында ғаиләлә бишенсе бала булып тыуғанмын. Тәүҙә Сыңғыҙ башланғыс мәктәбен, унан 1969 йылда 1-се Эткол урта мәктәбен яҡшы билдәләргә тамамланым. Әсәйем ауырыу сәбәпле, махсус йүнәлтмәм булһа ла, Өфөгә мединститутҡа бармай, Сибай медучилищеһына уҡырға инеп, тик яҡшы билдәләргә тамамлап сыҡтым.
1972 йылда Ниғәмәт ауылы фельдшер - акушер пунктында тәүҙә акушерка, унан мөдир булып эшләнем. Районда эш күрһәткестәре буйынса гел алдынғы рәттә булды беҙҙең ФАП. Агитатор, ауыл советы депутаты, ҡатын - ҡыҙҙар ойошмаһы ағзаһы булдым. Ауылдағы яңылыҡтар радиоһында, мәктәптә, клубта бик актуаль темаларға лециялар һөйләнем. Бер рәттән мәктәптә башланғыс медицина ярҙамы тигән фәндән 9- 10 класс балаларына дәрестәр тә бирҙем. Колхоздың комсомол ойошмаһы секретары урынбаҫары эшен башҡарҙым. Клубта үҙешмәкәр халыҡ театрында уйнаным, вокаль ансамблдә йырланым.
Мине 1977 йылда Баймаҡ район дауаханаһына райондың баш акушеркаһы, бер үк ваҡытта фельдшер - акушерҙар совете рәйесы итеп тәғәйенләнеләр. Минең ҡарамаҡҡа 59 ФАП, 9 участка больницалары, роддом, гинекология бүлектәре тапшырылды. Ең һыҙғанып, үҙ эшемде мөккибән китеп яратып эшләгәс, был ҙур вазифала ла һынатманым, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем эштәр алып барҙым. Унан район дауаханаһының кадрҙар бүлеге мөдире итеп үрләттеләр - был инде үтә яуаплы эш булды. Эш осоронда Һаулыҡ министрлығы, Райсовет, Райком комсомола, дауахана етәкселегенең бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына, ҡиммәтле бүләктәренә, "Победитель Социалистического соревнования", "Ударник коммунистического труда" значоктарына лайыҡ булдым. Әммә халыҡ һөйөүе тигән награда минең өсөн иң ҡәҙерлеһе булды. Район мәҙәниәт йортоноң хор, вокаль, халыҡ театрында сығыш яһаным. 1982 йылда Мәскәүҙә комсомолдың 19 съезында ҡатнаштым. Л.И.Брежневтың, легендар А.Маресьев, космонавтар В. Терешкова, Е.Леоновтың ялҡынлы сығыштарын тыңлап авторгаф алып,19 май Пионерия көнөнә арналған ябыҡ парадты уң трибунала Хөкүмәт етәкселәренән алыҫ түгел тороп ҡарау бәхетенә ирештем. Ул ваҡыттағы көндәрҙә әкиәттәге кеүек ышанмаҫлыҡ матур саралар, экскурсиялар, театр, концерт, музей, мавзолей, Кремль һарайы, Поклонная гора, Останкино башняһы, ВДНХ, һ.б. һ.б күрергә насип булды.
Унан инде КАТЭК удар төҙөлөшенә юл алып, Дубининоға килеп урынлаштым. Поликлиникала эш юҡ тинеләр. Красноярск өлкәһенең Дубинино ҡалаһында шахтерҙар өсөн здравпункт асырға кәрәк тине баш табип. "Аса алһаң, бөгөндән приказ яҙам, 3 ай эсендә асырға тейешһең с нуля... Бина ла, бер нәмә лә юҡ...Мин бер тапҡыр ҙа уларға ярҙам һорап бармай, тик "Катэкуглестрой " комбинатының генераль директорынан ғына ярҙам һорап, бер ай эсендә здравпункт асыу маҡсатына ирештем. Тантаналы асыуға баш врач, поликлиника мөдире, башҡа здравпункт мөдирҙәрен саҡырҙыҡ. Улар тәүҙә бик аптырап, әллә ысынбарлыҡҡа ышанмайыраҡ шаҡ ҡатып торҙолар. Асылған көндә үк баш табип минең здравпунктты өлгөлө (образцово- показательный) итеп приказ яҙҙы. Сит ерҙә лә тәүге эш көнөнән алдынғылар рәтенә баҫтым. Үҙ эшемдән тыш ВЛКСМ штабында оргкомитетта эшләнем, башҡорт ойошмаһы төҙөп уның эшен йәнләндереүгә, Обком КПСС, ВЛКСМ менән тығыҙ бәйләнештә булып, улар аша фольклор ансамблдәр, бейеү труппаларын да саҡырып, сит ерҙә үҙебеҙҙең халыҡ традицияларын дауам итеп, концерттар, милли байрамдар ойоштороп торҙоҡ. Яҡшы тәрбиәүи эш алып барған өсөн Обком КПСС, ВЛКСМ-дың Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булдым. Ҡала советы депутаты итеп һайландым.
Здравпунктта эшләгәндә сибиряк Валера тигән егет менән танышып ғаилә ҡорҙоҡ. Ул КАТЭК углестрой комбинатында бүлек етәксеһе булып эшләне, Дарья исемле ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Здравпунктта 3 йыл эшләгәндән һуң ҡала поликлиникаһына өлкән акушерка итеп күсерелдем. Шул ваҡытта бик күп ҡатын-ҡыҙҙарҙың түлһеҙлектән ауырығанын белдем. Үҙемдең йылдар буйы Баймаҡта акушерство буйынса туплаған белемемә, был ҡатындарға әсә булыу бәхетен татыһын тигән теләк менән ең һыҙғанып эшкә тотондом, минең был тырышлыҡты күреп, консультацияға ебәрелгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың минең ҡуйған диагноздар һәр ваҡыт тоғро булыуын, табиптарҙың етмәүен иҫәпкә алып, ҡала дауаханаһының баш акушер-гинекологы ҡаланың баш табибына мине бер ставкага табип акушер-гинеколог итеп тәғәйенләүгә проект приказы яҙып һала, был приказға имза ҡуйылғас, минең өсөн эш тағы ла ҡатмарлана, әммә дыуамаллығым, ҡыйыулығым, үҙемдең көсөмә ышаныуым миңә дәрт кенә өҫтәй. Ҡаршылыҡтарҙың иң беренсеһе - Красноярск табиптары ла, профессорҙары ла мине белмәгәнлектән, табип-дауалау манипуляцияларын өйрәтеүҙән баш тартты. Мин сығымды үҙ елкәмә алып, 10 көнгә отгул алып Өфөгә осоп, республиканың баш акушер гинекологы, профессор Кулавский Василий Агеевич менән осрашып, уның миңә ярҙам итеүенә ризалығын алдым.10 көн обходтарҙа үткәргән тикшереүҙәрҙә, төрлө манипуляцияларҙа ҡатнаштым, күп тапҡыр үҙем эшләп күрһәттем. Үҙемде борсоған, уйландырған һорауҙарға яуап алдым.
Ҡайтып бер ай юлға аҡса эшләгәс, был юлы баш табиптан мөмкин булһа мин Өфөлә булған ваҡытҡа эш сәғәте ҡуйып барырға тигән һорау бирергә көс табып, ризалыҡ алдым. Өфөгә өс тапҡыр барып ҡайттым, кәрәкле белем тупланым. Бөтә юл, йәшәү сығымдары бөтәһелә минең кеҫәнән булды. Әлбиттә, был бик әҙ ваҡыт, ҡалғаны инде үҙемдең тырышлыҡҡа, тәүәкәллеккә, тағы ла уҡыуға бәйле. Шулай итеп, бер ай эсендә табиптар эшләгән процедураларҙы, дауалау ысулдарын үҙем ҡуллана башланым. Икенсе участокта эшләгән акушер-гинеколог (7 йыл уҡып сыҡҡан,15 йыл стажы булған) мине аптырауға ҡалдырып был ысулдарҙы бөтөнләй белмәүен әйтеп мине аптырауҙа ҡалдырҙы. Ошо һөйләшеүҙән һуң уның эше күпкә еңеләйҙе, ә минеке икеләтә артты, уның участогынан бик күп ҡатындар минең ҡарамаҡҡа күсеп бөттө. Эш сәғәтем киске 6-ға тиклем булһа ла, мин киске 8-һеҙ ҡайта алманым, иптәшем Валера эштән килеп алыр ине. 3 йыл эсендә был эшем тик яҡшы һөҙөмтәләр биреп, бик күп ҡатындар әсә булып, балаларын күкрәгенә ҡосто. Миңә иң яҡшы белгес тип ҡаранылар, ә кабинетем иң яҡшы кабинет тип табылды. Яҡшы эшләгән өсөн тиҙ арала ике бүлмәле фатир ҙа бирҙеләр, Рәсәй медицина отличнигы исеменә лә тәҡдим иттеләр, РФ министрлығы, ҡала, район, поликлиника тарафынан биргән бихисап маҡтау ҡағыҙҙары күңелемде йылытты. Шулай ҙа минең өсөн иң ҙур бүләк--балаһын ҡосағына алған әсәнең шатлыҡлығын куреү! Был минең эшемдең емеше, һөҙөмтәһе. Тормош юлында үткән ваҡиғалар, күргән кисерештәр бик күп, улар бер китапҡа ла һыймаҫ...
”Октябрь байрағы”, “Һаҡмар”, “Атайсал”, “Йәшлек”, “Сибайский рабочий”, “Комсомольская Правда” (Красноярск, Өфө) “Бельские просторы”, “Ватандаш” журналында, “Уфимские зори”, “Молодежная газета” баҫмаларында йәмәғәт хәбәрсе булып көнүҙәк статьяларым донъя күрҙе. Әлеге ваҡытта һирәкләп булһа ла “Юг-Таймс”, “Кубанские вести”, “Народная газета” (Сочи) гәзиттәрендә, “Сочи вести”, “Моя Соболевка” - интернет селтәрендә яҙышам, актуаль проблемаларҙы ҡуҙғатып ҡала мэрияһы башлығы, депутаттар менән осрашыуҙар ойошторам, диңгеҙҙе бысратыуға юл ҡуймаҫҡа тигән талаптарҙы ҡуям. Иң ҡыҙыҡлы, фәһемле осрашыуҙар, 19-сы съезда Брежнев, Маресьев, Леонов, Терешкованан тыш берәр тапҡыр В.Путиндан, Г.Явлинскийҙан интервью алдым, В.Лужков,Төркиәнең хәҙерге Президенте Эрдоган (ул ваҡытта 2000 йыл президент аппараты етәксеһе ине), Италияның элекке Президенте Карло Чампи, папа Пауло ll, күп тапҡыр үҙебеҙҙең Президент М.Рахимов осрашыу күңелдән китмәй. Ә башҡа үҙебеҙҙең республиканың бик күп билдәле шәхестәре менән осрашыу, һөйләшеүҙәр: З.Ш.Аҡназаров, (хатта өйөндә булдым атайым менән), З.Зәғәфүрәнов, өлкә комитетының 2-се секретаре Фаттахов, Таһир Күсимов, Ф.Ғәскәров, Ғайсиндар (Бәхти, Фәриҙә) Ә.Лотфуллин, К.Мәргән, Р.Г.Өмөтбаев...һ.б.һб. яҙып бөтөп булмаҫ...
1992 әсәйем ауырып түшәккә ятҡас, Сибайға күсеп ҡайттым, тәүҙә балалар ижад йортонда бассейнда фельдшер, унан Сибай институтының иҡтисад факультетенең деканатында өлкән-лаборант булып 1-5 курстарға лекция, семинарҙарҙың теҙмәһен төҙөнем, студенттәр менән эшләнем. 2006-2009 йыл Талҡаҫ шифаханаһында путевкалар таратыу бүлегендә, унан администратор ҙа булып эшләнем. Унан 2000 йыл Төркиәлә Стамбул ҡалаһында шәхси дауаханала табип ярҙамсыһы булдым. 2004-2005 йылда Италия ла эшләнем. 2009-2014 йылдарҙа Өфөлә йәшәнем, яңы Шамонино ауылының инфраструктураһын яҡшыртыу буйынса ҡыҙым менән бик күп файҙалы эштәр башҡарҙыҡ (урамдарға асфальт түшәтеү, балалар уйын майҙаны асыу, ағастар ултыртыу, кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙыу).
Хәҙерге ваҡытта ҡыҙым Дарья, кейәүем Салауат, ейәнем Динис менән бына инде 5 йыл Сочи ҡалаһында ғүмер итәбеҙ. Бында ла актив йәшәү позицияһын ташламайым, ҡала тормошонда, мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнашам, мәрхәмәтлек эше менән бер йылдан аша шөғөлләнәм, үҙебеҙҙең башҡорт - татар йәмғиәтенә лә был йүнәлеште мин тәҡдим иттем һәм мин был йүнәлештең кураторы. Ҡарттар йортондағы әбей - бабайҙарға, унан тыш үҙебеҙҙең өйҙә бер урыҫ әбейенә һәм Башҡортостандан 90 йәштәге бер ғаиләгә (табип, инженер) ҡыҙым менән барып ярҙам итәбеҙ. Һуғыш ветерандарын да ситтә ҡалдырмайбыҙ, уларға йөрөргә ейәнем ярата. Буш ваҡытымда кино, концерт, спектаклдәргә йөрөйөм. Форум, фестиваль, спартакиадаларҙа, иҫтәлекле байрамдарҙан да ситтә ҡалмайым.
Мин хаҡлы ялда, ейәнемде балалар баҡсаһына, хәҙер инде беренсе класҡа йөрөтәм. Кейәүем Назипов Салауат Үрге Йәркәйҙеке, әле банкта инженер булып эшләй. Ҡыҙым - ДАРЬЯ Волкова, сыңғыҙ ауылы ҡыҙы, бала саҡтан зирәк аҡыллы, кешеләргә, туғандарына мөләйем, ихтирамлы, мәрхәмәтле булып үҫте, 7 йәшенән алып түшәктә ятҡан (4йыл) беренсе группа инвалиды булған минең әсәйем -өләсәһен ҡарарға миңә бик ҙур ярҙам итте. Уны бөтә Сыңғыҙ ауылы халҡы белде, яратты, әле булһа ла ҡайтһам уның хәлен белешеп, сәләм әйтәләр. Ул БДУ-ның социология факультетын ҡыҙыл дипломға, унан магистратураны ла ҡыҙыл дипломға тамамланы. Әле Сочиҙа федераль бер ойошмала әйҙәүсе белгес булып эшләй.