Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноябрь 2022, 12:15

Атай кеше улын бишенсе ҡаттан ырғытыу менән янаған

Октябрьский ҡалаһында йәшәгән йәш ғаиләлә даими рәүештә низағ сыҡҡан. Бер көндө ҡатын балаһын алған да, әсәһенә йәшәргә күскән, айырылышыуға ғариза яҙған. Әйберҙәрен алырға килгәс, уға асыуланған ире кейемдәрен подъезға сығарып һелтәгән. Шунан бәләкәс улын ҡулына алып, балкон тәҙрәһен асҡан да, баланы тышҡа һонған. Улын бишенсе ҡаттан ырғытыу менән янаған...

Атай кеше улын бишенсе ҡаттан ырғытыу менән янаған
Атай кеше улын бишенсе ҡаттан ырғытыу менән янаған

Бала ҡурҡышынан иларға тотонғас, ир уны балконға кире индергән. Ҡатын иренең тынысланыуын үтенгән, баланы әүрәтергә, алырға маташып, уларға яҡын килгән икән, ир ҡабаттан сабыйҙы балкондың асыҡ тәҙрәһенән сығарып, тағы ла бер аҙым атлаһаң, ырғытам, тип янаған. Артабан ир ҡатынға, подъезға сығарып бәрелгән әйберҙәрҙе йыйып, алып ҡайтырға ҡушҡан. Ҡатын уның ҡушҡанын үтәп, әйберҙәрен әсәһенә илткәс, улын алырға кире килгән. Ир үҙенең ҡылығы өсөн ғәфү үтенгән. Бер нисә көндән ул баланы үҙенә йоҡларға алып ҡайтырға һораған. Ҡатын баланы бирмәҫкә тырышһа ла, ир барыбер улын тартып алған. Ҡатын бик оҙаҡ инәлгәндән һуң ғына ир улын кире ҡайтарған.

Был атайға ҡарата енәйәт эше асылған. Ул үҙ ғәйебен тулыһынса таныған, баланы үлтереү уйы юҡ ине, ҡатынымды ғына ҡурҡытырға теләгәйнем, тип аҡлана.

Енәйәт эше судҡа ебәрелгән. Был турала Октябрьский ҡалаһынан Ләйсән Аҙнағолова хәбәр итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в