Баш ҡала мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнөң Достоевский урамындағы 78-се йорт янында, Лениндың йорт-музейы ихатаһына тирмә ҡуйылды. Ул ярайһы ҙур ғына, 15 кеше һыя.
Ҡунаҡтарҙы башҡорт көнкүреше менән таныштыралар. Бер ыңғай музейға ла инеп сығырға мөмкин.
Тик тирмәгә инеү өсөн алдан яҙылырға кәрәк. Телефоны: +79377801650.
18 декабрҙән бында Аҡтун бабай ҙа үҙ резиденцияһын асасаҡ.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенән (vk.com).