Баш ҡалала йәшәгән 47 йәшлек ҡатындың электрон почтаһына һорау алыуҙа ҡатнашып, маркетплейстарҙың береһендә ҙур ташлама менән тауар һатып алырға тәҡдим иткән хат килгән. Һылтанма буйынса инеп, ҡатын һорауҙарға яуап биргән, тауар һайлап алған һәм банк картаһының мәғлүмәттәрен яҙған. Бер аҙҙан уның картаһынан ун мең һум аҡса юғалған. Әлдә картала шунсама ғына аҡсаһы булған...
Тәүлек эсендә мутлыҡ факттары буйынса 12 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.