Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь 2022, 15:30

Юл фажиғәләре - 20 ноябрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында өс автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа дүрт кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1200-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 44 иҫерек водитель тотолған (өс кеше икенсегә иҫерек килеш тотола).

Юл фажиғәләре - 20 ноябрь
Юл фажиғәләре - 20 ноябрь

Иртәнге сәғәт унда Әлшәй районында, Стәрлетамаҡ-Раевка юлының 89-сы саҡрымында, ҡара-ҡаршы килгән "ВАЗ-2106" менән "ВАЗ-2112" машиналары бәрелешкән. "ВАЗ-2106" менән 71 йәшлек бабай идара иткән, "ВАЗ-2112" менән - Стәрлетамаҡтан 25 йәшлек егет. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә оло йәштәге водитель менән уның 76 йәшлек ҡатыны ауыр йәрәхәтләнеп, дауаханаға оҙатылған. Авария буйынса тикшереү бара.

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 20 ноябрь
Юл фажиғәләре - 20 ноябрь
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: