Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь , 18:25

Яһалма керпек ҡуйыу зыянлы

Матурлыҡҡа матур, әммә...

Яһалма керпек ҡуйыу зыянлы
Яһалма керпек ҡуйыу зыянлы

 

Яһалма керпектәр үҫтереү зыянлы. Офтальмологтар белдереүенсә,  ҡатын-ҡыҙҙар араһында был матурлыҡ сараһы модаға инеп киткәс, хәҙер күҙ инфекцияһы ауырыуҙары ла артҡан.

Керпектәрҙе йәбештергәндә махсус клей ҡулланыла. Ул күҙ ҡабағын зарарлап, блефарит ауырыуына сәбәпсе икән. Яһалма керпектәр менән кешенең  үҙенең керпектәре лә ҡойола. Ә керпектәр күҙҙе туҙандан, едән һаҡлай.

Йәбештерелгән керпектәр күҙ ҡабағын да йәрәхәтләй һәм күҙ йәше бүленеп сыға торған биҙҙең эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһай. Күҙ алмаһы йәш менән сылатылмағас, йыш кибеп интектерәсәк.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас в