Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь 2022, 14:30

Оло кешене алдағандар...

Өфөлә йәшәгән 81 йәшлек әбейгә билдәһеҙ ҡатын, йәнәһе лә, "ҡыҙы", шылтыратып, аварияға сәбәпсе булыуын, зыян күреүселәргә 1 миллион 300 мең һум компенсация түләргә тейешлеген хәбәр иткән.

Оло кешене алдағандар...
Оло кешене алдағандар...

Ҡыҙы өсөн ҡайғыға батҡан пенсионер кәрәкле сумманы йәһәтләп йыйып, курьер аша биреп ебәргән. Бер нисә сәғәттән һуң ул ҡыҙына шылтыратҡас, үҙенең алданыуын аңлаған.

Мутлашыусылар өсөн изге бер ни ҙә юҡ, шуға ла һаҡ булығыҙ, оло йәштәге яҡындарығыҙҙы иҫкәртегеҙ - бер кемгә лә аҡса бирмәһендәр, күсермәһендәр!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: