Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь 2022, 09:39

Эш эҙләүсе пенсионерҙар иғтибарына

Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә пенсия алды йәшендәгеләр һәм хаҡлы ялдағылар өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙғарыла.

Эш эҙләүсе пенсионерҙар иғтибарына
Эш эҙләүсе пенсионерҙар иғтибарына

24 ноябрҙә үтәсәк сарала төрлө эш урыны тәҡдим ителә. Мәҫәлән, һаҡсы, урам һепереүсе, водитель, кондуктор, вахтер, архивариус кеүек вакансиялар бар.

Адресы: Ибраһимов бульвары, 47/1-се йорт. Йәрминкә иртәнге 10-дан төшкө 12 сәғәткә тиклем була.

Фото: "Башинформ".

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: