Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь 2022, 09:45

Белоретта, ғауғанан һуң, мәктәп ашханаһы ашнаҡсыһы вазифаһынан бушатылды

Белореттың 10-сы мәктәбендә ашнаҡсы эшенән бушатылды, тип хәбәр итте Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.

Белоретта, ғауғанан һуң, мәктәп ашханаһы ашнаҡсыһы вазифаһынан бушатылды
Белоретта, ғауғанан һуң, мәктәп ашханаһы ашнаҡсыһы вазифаһынан бушатылды

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала мәктәпкә пландан тыш тикшереү үткәрергә район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре килә. Комиссия мәктәп ашханаһында бер нисә етешһеҙлекте асыҡлаған: балаларға һыуыҡ аш-һыу бирелгән, уларҙы тейешенән әҙерәк һалғандар, йәшелсә һаҡлағыста антисанитария булған.

 

  • Туҡланыуҙы ойоштороусы был хәлгә иғтибар итте һәм саралар күрҙе: ашнаҡсы эшенән бушатылды, йәшелсә һаҡлағыста кәштә, ит ярымфабрикаттарын һаҡлау өсөн айырым туңдырыу камераһы ҡуйылды. Ризыҡтарҙың сифатын, ауырлығын һәм санитар-гигиена талаптарын тикшергән брак комиссияһы тураһында яңы бойороҡ төҙөнөк. Аш-һыу таратыу урынында  контроль ризыҡты көн һайын ҡуйыу ойошторолдо, – тине район хакимиәте башлығы.

 

Ризыҡ хәҙер ваҡытында бирелә, өлөштәрҙең ауырлығы тигеҙ, нормаға ярашлы бүленә. Туҡланыуҙы тикшереүгә ата-әсәләр йәлеп иттелде. Улар өсөн мәктәп расписаниеһы төҙөлдө – төрлө класс ата-әсәләре көнөнә өс тапҡыр ойошторолған  туҡланыуҙы тикшерә ала.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: