Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь , 11:28

Башҡортостандың Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү һәм үҫтереү фондында - яңы етәксе

Фондтың генераль директоры итеп Элиана Сәйетова тәғәйенләнәгән.

Башҡортостандың Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү һәм үҫтереү фондында - яңы етәксе
Башҡортостандың Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү һәм үҫтереү фондында - яңы етәксе

Яңы етәксе бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә билдәле кеше. 

Элиана Сәйетова Өфө ҡыҙы. Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтын тамамлаған. Хеҙмәт биографияһында тележурналист, БР Эшҡыуарҙар ойошмаһы ассоциацияһы советы рәйесе ярҙамсыһы, "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһендә эшләү кеүек яҙмалар бар. Ул шулай уҡ 2013 йылдан алып "Ижтимағи башланғыс "Урал мониторинг һәм аналитика үҙәге" етәксеһе лә. Октябрь айында ғына БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы янындағы Йәмәғәт советы рәйесе итеп һайланған.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в