Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь , 15:45

Башҡортостанда йорт янындағы газ торбаһында янғын сығыу һөҙөмтәһендә бер ир зыян күргән

Бөгән Учалыла газ торбаһына ут тоҡанған саҡта бер ирҙең тәне бешкән, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Башҡортостанда йорт янындағы газ торбаһында янғын сығыу һөҙөмтәһендә  бер ир зыян күргән
Башҡортостанда йорт янындағы газ торбаһында янғын сығыу һөҙөмтәһендә бер ир зыян күргән

Иртәнге сәғәт 11-се 29 минутта шәхси йорт биләмәһендә газ торбаһын өйгә алып барған газ-һауа ҡатнашмаһының яныуы тураһында хәбәр килә. Урынға ашығыс хеҙмәттәр оҙатыла.

 

Янғын һөҙөмтәһендә 29 йәшлек ирҙең тәне бешкән һәм ул дауаханаға оҙатылған.

 

Янғын сәбәбе асыҡлана. Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе эшләй.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в