Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь 2022, 17:15

Бала алкоголдән ағыуланып үлгән...

Был турала оператив кәңәшмәлә "Роспотребнадзор"ҙың төбәк идаралығы башлығы Анна Казак  хәбәр иткән.

Бала алкоголдән ағыуланып үлгән...
Бала алкоголдән ағыуланып үлгән...

Анна Казактың белдереүенсә, һуңғы туғыҙ айҙа республикала 17 бала һәм 15 үҫмер алкоголдән ағыуланып, бәлиғ булмаған бер бала үлгән (Бөрө ҡалаһында). 

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, ғинуар-октябрь айҙарында республикала бөтәһе 2 228 кеше алкоголь менән ағыуланып, 127 кеше вафат булған. Шул иҫәптән, Өфөлә - 32 осраҡ теркәлгән, Нефтекамала - 8, Баҡалы, Илеш һәм Өфө райондарында - 5-әр кеше, Стәрлетамаҡта һәм Иглин районында - 4-әр кеше һ.б. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: