Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь , 13:30

Ҡатынын яҡлашҡан ирҙең башына - пуля...

Өфөлә йәшәгән ир менән ҡатын Белоретҡа ата-әсәләренә ҡунаҡҡа килә. Ҡатын 12 ноябрҙә төнгө клубта 39 йәшлек иҫерек ир менән ирешеп китә лә, көслө зат уның битенә сәпәй. Ҡатын шунда уҡ иренә шылтыратып, мине барҙан алып ҡайт, тип үтенә. Икенсе көндө ҡатындың 33 йәшлек ире һуғыш суҡмарының өйөнә килеп, уны этәй, бер нисә тапҡыр битенә һуға. Әле һаман айынып бөтмәгән 39 йәшлек ир йығыла, аяғына кире баҫҡас, саҡырылмаған ҡунаҡтың тәүҙә ҡулына, аҙаҡ башына "Оса" пистолетынан ата...

Ҡатынын яҡлашҡан ирҙең башына - пуля...
Ҡатынын яҡлашҡан ирҙең башына - пуля...

Ауыр йәрәхәтләнгән ирҙе танышы дауаханаға алып бара. Табиптар ирҙең ғүмерен һаҡлап алып ҡалған, ләкин уның һаулығына ҙур зыян килтерелгән.

Ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен танымай. Судтың ҡарары буйынса ир өйөндә һаҡ аҫтында ҡала. Тикшереү эше дауам итә.

Фото: Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в