

Ҡабаҡтың тышын әрсеп ,тостарынан һәм епсәләренән таҙартырға. Әҙер йәшелсәне 2 х 2 см итеп шаҡмаҡлап турарға. Кәстрүлгә һалып, өҫтөнә шәкәр һибеп, 3–4 сәғәткә ултыртып торорға. Һуңынан уға лимон, апельсин ҡабығы, имбирь, ванилин ҡушып, йәшелсә үтә күренмәле булғансы ҡайнатырға.
Шунан һөҙөп алырға һәм духовкала 2 - 3 сәғәт киптерергә ҡуйырға.
Мейестән алғас, асыҡ һауала 5-7 көн киптерергә.
Цукаттар ҡулға йәбешмәһә, кипкән була.
Фото:Pinterest