Ил парламенты депутаттары бер нисә көндән 31 декабрҙе рәсми ял көнө итеү тураһындағы проектты тикшерәсәк. Был тәҡдимде ЛДПР фракцияһы индергәйне.
Документҡа ярашлы, 31-ен ял көнө итеп, уны 8 ғинуар менән алмаштырырға. Йәғни 8-ендә эшкә сығырға кәрәк буласаҡ.
Әйткәндәй, 31 декабрҙә ял булһын, тип тырышыу 2020 йылдан килә. Ил Президенты Владимир Путин да был тәҡдимде хуплауын белдергән.