Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2022, 10:15

Юл фажиғәләре - 19 ноябрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында 15 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 16 кеше йәрәхәтләнгән.

Юл фажиғәләре - 19 ноябрь
Юл фажиғәләре - 19 ноябрь

Төн уртаһында Белорет ҡалаһының Крупская урамында билдәһеҙ водитель йәйәүлеләр үткәүеленән сығып барған ике йәйәүлене бәрҙергән. Ауыр йәрәхәтләнгән 64 йәшлек ир менән 60 йәшлек ҡатын дауаханаға оҙатылған. Водитель авария урынынан ҡаса. Оператив-эҙләү саралары барышында механик зыян күргән "Hyundai Solaris" машинаһы Карл Маркс урамында табылған. Йәшәгән урыны буйынса 39 йәшлек водителде тотҡандар. Тикшереү уның организмында тын алғанда сыҡҡан бер литр һауаға 0,560 мг алкоголь булыуын күрһәткән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Фото: ugibddmvdrb.

Юл фажиғәләре - 19 ноябрь
Юл фажиғәләре - 19 ноябрь
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: