Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2022, 12:30

Һыра эскәндән һуң...

Алтай крайының Топчихинский районында 16 йәшлек ҡыҙ, ата-әсәнән ҡалған һыраны эскән дә, ҡапыл хәле ауырайып, иҙәнгә йығылған, тын алыуҙан туҡтаған. Ата-әсәһе был мәлдә өйҙә булмаған. Ҡустыһы апаһын иҫенә килтерергә маташҡан...

Һыра эскәндән һуң...
Һыра эскәндән һуң...

Шунан ул "Тиҙ ярҙам" саҡырған. Үҫмерҙе табиптар ҙа ҡотҡара алмаған - ҡыҙ йән биргән.

Был фажиғә буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, ғаиләне тикшереү бара (ошоға тиклем ғаилә профилактик иҫәптә тормаған).

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: