Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2022, 16:20

Ял итергә сит илгә сығыусыларҙан аҡса түләтеүҙәре ихтимал

РФ Дәүләт Думаһында беҙҙең илдән ситкә сығып ял итеүселәрҙән "курорт йыйымы" алырға тәҡдим иттеләр.

Ял итергә сит илгә сығыусыларҙан аҡса түләтеүҙәре ихтимал
Ял итергә сит илгә сығыусыларҙан аҡса түләтеүҙәре ихтимал

Думаның Фән һәм юғары белем буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, КПРФ партияһынан депутат Олег Смолин сит илдә ял итеүҙе һайлаусыларҙан аҡса түләтергә тәҡдим итә. Беләһегеҙме икән, әле Ҡырымда, Алтай, Краснодар һәм Ставрополь крайҙарында "курорт йыйымы" бар. Йәғни ошо төбәктәргә ял итергә килеүселәр аҡса түләй. Әлеге экспериментты 2027 йылғаса оҙонайтыу ҡарала.

- Үҙебеҙҙең илдә ял итеүселәрҙе дәртләндерергә кәрәк, ә беҙ уларҙан аҡса түләтәбеҙ. Әйҙәгеҙ, "курорт йыйымы"н сит илгә барып ял итеүселәрҙән алайыҡ, - тигән Смолин. Ул Төркиәгә юлламаларҙың Рәсәйҙәгегә ҡарағанда арзаныраҡ булыуын да белдергән. 

Әллә аҡса түләтһәләр, рәсәйҙәр сит илгә йөрөмәҫ, тиҙәрме икән?

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: