Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2022, 22:30

Транспорт хеҙмәткәре көнө менән!

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо байрам айҡанлы транспорт тармағы хеҙмәткәрҙәрен ихлас күңелдән ҡотлап, үҙенең сәхифәһендә "Башавтотранс"тың Салауат филиалы водителе Айгөл Рәзәпова тураһында яҙҙы.

Транспорт хеҙмәткәре көнө менән!
Транспорт хеҙмәткәре көнө менән!

- Руль артындағы ҡатындың фотоһүрәтенә ҡарағыҙ, - тип яҙҙы республика Башлығы. - Һылыу, һомғол һәм шул уҡ ваҡытта ҡарашы ныҡлы, ышаныслы. Көнөнә Салауат урамдары буйлап 200 саҡрымға тиклем юл үтә. Эше еңелдән түгел, ләкин ун йыл эсендә Айгөл Миңлеғәлим ҡыҙы быға өйрәнеп, автобус йөрөтөүҙә лә, пассажирҙар менән аралашыуҙа ла үҙ стилен тапҡан. Водитель ҡатынды ҡала халҡы таный, сәләмләй. Айгөл Рәзәпованы һәм Башҡортостандың транспорт тармағы хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарын байрам менән ҡотлайым! Намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт!
Һаулыҡ, уңыштар һәм иң изге теләктәр!

Фото: radiyhabirov

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: