Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2022, 11:58

Сауҙагәрҙәр фестивале ҙур баһа алған

Быйыл йәй Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Купец 2.0" ҡунаҡсыллыҡ фестивале үткәйне. Ул ваҡиғалар туризмы өлкәһендәге "Russian Event Awards 2022" милли премияһында гран-при яулаған.

Сауҙагәрҙәр фестивале ҙур баһа алған
Сауҙагәрҙәр фестивале ҙур баһа алған

Стәрлетамаҡ мэры Рөстәм Ғәзизов яңылыҡтарҙа хәбәр итеүенсә, фестивалде ойоштороусылар "Тарихи йүнәлештәге иң яҡшы туристик ваҡиға" номинацияһында диплом һәм статуэтка алған.

«Купец 2.0» сараһын Рәсәйҙең Милли ваҡиғалар календарына индергәндәр.

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: