Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2022, 08:15

Өфө урамдарынан тәүлегенә 6 мең кубометр ҡар сығарылған

Өфө мэрияһында ҡалала ҡар таҙартыу тураһында хәбәр иттеләр.

Өфө урамдарынан тәүлегенә 6 мең кубометр ҡар сығарылған
Өфө урамдарынан тәүлегенә 6 мең кубометр ҡар сығарылған

Баш ҡалала яуым-төшөмдөң күп булыуы сәбәпле коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә көсәйтелгән режимда эшләй.

18 ноябрҙән 19-ына ҡарай төндә ҡала урамдарын 245 берәмек техника һәм 75 юл эшсеһе таҙартты. Хакимиәттә билдәләүҙәренсә, уҙған тәүлектә 6288 кубометр ҡар сығарылған. 19 ноябрҙә, иртәнсәк йәнә 225 машина юлға сыҡҡан. Ә бына эшселәр һаны 300 кешегә еткән.

«Сифатлы ҡар таҙартыу һәм сығарыуға юл буйында ҡалдырылған машиналар ҡамасаулай, шуға күрә водителдәрҙе автомобилдәрен юл буйҙарында, айырыуса төндә ҡалдырмауҙарын һорайбыҙ», - тип билдәләнеләр мэрияла.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: