Үҙ ғәйебен таныған ҡатын хәлдең нисек булғанын һөйләгән. Улар граждан ире менән бергә ултырып араҡы эскән, шешә бушағас, көслө зат тағы ла эскене дауам итер өсөн аҡса талап итә башлаған. Ҡатын баш тартҡас, ир уны туҡмарға тотонған. Хужабикә һаҡланырға маташып, бысаҡ менән һөйәренең эсенә сәнскән дә инде. Аңына килгәс, ул бүлмәне йыуып таҙарта, өҫтәлде йыйыштыра, урам хулигандары тураһында уйҙырма уйлап сығара, шунан һуң ғына "Тиҙ ярҙам"ды саҡыра...
Аңлы рәүештә кеше һаулығына ауыр зыян килтергән ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.