Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2022, 13:00

Бушлай юридик ярҙам көнө

Башҡортостанда халыҡҡа бушлай юридик ярҙам күрһәтеүҙең берҙәм көнө уҙҙы. 

Бушлай юридик ярҙам көнө
Бушлай юридик ярҙам көнө

Республикала бындай осрашыуҙар 59 үҙәктә үткәрелеп, бер көн эсендә бушлай юридик ярҙамды 400-гә яҡын кеше алған. 

"Сираттағы тапҡыр беҙ бушлай юридик ярҙам көндәренең беҙҙең халыҡ өсөн бик актуаль һәм кәрәкле йүнәлеш булыуына инандыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә социаль яҡланмаған кешеләр теге йәки был ауыр хәл килеп тыуғанда ни эшләргә белмәй. Хоҡуҡи наҙанлыҡ арҡаһында күптәр намыҫһыҙ юридик компаниялар ҡорбанына әйләнә. Тап шуға күрә лә беҙ киләсәктә лә хоҡуҡи белем һәм профессиональ хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү өҫтөндә эшләүҙе дауам итәсәкбеҙ", - тип билдәләне Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина.

Юристар, адвокаттар, БР Прокуратураһы, БР буйынса Росреестр идаралығы, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы, Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт юридик бюроһы ағзалары, юристар мөрәжәғәт иткәндәргә консультациялар биргән, хоҡуҡи документтар әҙерләүҙә ярҙам күрһәткән.

Бушлай юридик ярҙам көнө Бөтә Рәсәй бала хоҡуҡтарын яҡлау көнөнә тура килеп, граждандарҙы ҡабул итеүгә шулай уҡ район һәм ҡалаларҙың опека һәм попечителлек бүлектәре белгестәре лә ҡушылған.

Дөйөм Рәсәй бушлай юридик ярҙам күрһәтеү көнө квартал һайын үткәрелә. Акцияны Рәсәй Юристар ассоциацияһы ойоштора.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: