Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2022, 11:00

Боҙ әле йоҡа

Республикала һыу объекттарында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты һәм муниципалитеттар ҡатнашлығында "Йоҡа боҙ" ведомство-ара иҫкәртеү операцияһы бара.

Боҙ әле йоҡа
Боҙ әле йоҡа
Йылға-күлдәрҙе боҙ ҡаплай башлау менән өлкәндәр унда балыҡ тоторға, балалар уйнарға ашыға. Ә бит йыл һайын йоҡа боҙ ватылыу сәбәпле, кешеләр һыуға төшөп һәләк була. Ошоно иҫтә тотоп, мотлаҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты билдәләүенсә, ҡалынлығы 10–12 сантиметрҙан да кәм булмаған боҙ кеше өсөн хәүефһеҙ тип һанала. Уның ныҡлығын билдәләр өсөн һикереп, аяҡ менән ныҡ итеп тибеп ҡарау – хата.
Балаларға күҙ-ҡолаҡ булығыҙ, хөрмәтле ата-әсәләр!
 
Фото: umerovfr
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: