Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2022, 12:12

Боҙлауыҡҡа ҡаршы яңы төр реагент алынған

Быйыл баш ҡала тротуарҙарында һәм юлдарында тайғаҡ булмаҫ, ахыры. Сөнки боҙлауыҡҡа ҡаршы көрәштә һөҙөмтәле саралар ҡулланыласаҡ.

Боҙлауыҡҡа ҡаршы яңы төр реагент алынған
Боҙлауыҡҡа ҡаршы яңы төр реагент алынған

Ҡышҡылыҡҡа Өфө урамдары һәм тротуарҙарына, туҡталыштарға минераль концентрат - галит һәм бионорд һибеләсәк. Галит 11280 тонна, бионорд 3106 тонна алынасаҡ. Килешеүҙәр төҙөлгән. Өҫтәүенә, былтырҙан ҡалған мәрмәр онтағы менән бионорд ҡатнашмаһы ла бар.

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар норматив талаптарға тура килә һәм мөхиткә лә, кешегә лә зарар килтермәй.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: