Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2022, 14:33

Белорет районында дүрт кеше, шул иҫәптән бер бала, юғалған...

Бөгөн төндә Белорет районында өс өлкән кеше һәм ете йәшлек бала юғалған. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә. 

Белорет районында дүрт кеше, шул иҫәптән бер бала, юғалған...
Белорет районында дүрт кеше, шул иҫәптән бер бала, юғалған...

Өфөнән Ҡолмас ауылына ял итергә килгән кешеләр баггиларҙа йөрөргә урманға сығып киткән һәм кире әйләнеп ҡайтмаған. Улар бәйләнешкә лә сыҡмаған.

Юғалған кешеләрҙе эҙләүгә 16 ҡотҡарыусы һәм уларҙың туғыҙ берәмек техникаһы (квадроцикл, "УАЗ", "ГАЗель", "ГАЗ", ҡаргиҙәрҙәр), янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты йәлеп ителгән. 

Бынан тыш полиция хеҙмәткәрҙәре лә эҙләүгә ҡушылған.

Күмәк көс менән юғалған кешеләрҙе эҙләп тапҡандар.

- Улар эвакуацияланған, барыһы ла иҫән, кәйефтәре яҡшы, - тип хәбәр итте республика хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов. - Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: автор.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: