Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2022, 21:30

Батыр даны мәңгелек

Украинала барған махсус операция ваҡытында һәләк булған өлкән лейтенант, взвод командиры Ғәлинур Нурғәле улы Сөләймәнов иҫтәлегенә кисә Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылында милли йәйәнән уҡ атыу буйынса район турниры үткәрелгән, батыр егет уҡыған мәктәптә таҡтаташ асылған. 

Батыр даны мәңгелек
Батыр даны мәңгелек

Был турала "Таң" гәзите хәбәр итә.

Таҡтаташты асыу хоҡуғы Ғәлинурҙың атаһы Нурғәле Исхаҡ улына һәм район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манаповҡа бирелгән. Бөрйән районы хакимиәте башлығы үҙенең сығышында Ғәлинурҙың ғүмер юлы күп йылдар йәшәгән оло йәштәгеләргә лә өлгө булырлыҡ, тип билдәләп, лайыҡлы ул тәрбиәләп үҫтергән ата-әсә алдында баш эйгән.

Ғәлинур Нурғәле улы 1995 йылдың 13 апрелендә Яңы Мөсәт ауылында донъяға килгән. Аҡыллы, тырыш, ярҙамсыл егет тыуған ауылында туғыҙынсы синыфты тамамлағас, артабан Иҫке Собханғол урта мәктәбендә белем ала. Мәктәп тормошонда, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан Ғәлинур бала сағынан сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә, хәрби кеше булырға хыяллана. Хыялын тормошҡа ашырып, ул Санкт-Петербург ҡалаһындағы Михайлов исемендәге юғары хәрби артиллерия академияһына уҡырға инә, ғүмерен Тыуған илде һаҡлауға бағышлай. Чечен Республикаһының Урус-Мартан ҡалаһында взвод командиры дәрәжәһендә хеҙмәт иткән батыр Украинала барған махсус операцияла ҡатнашып, яуҙа башын һала... Ул өйләнгән, ҡатыны һәм ике балаһы ҡалды.
Ғәлинур Нурғәле улы Сөләймәнов күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланды. Батыр яҡташыбыҙҙың йәне йәннәттә булһын! Яҡындарына - сабырлыҡ...

Фото: "Таң" гәзитенән.

Батыр даны мәңгелек
Батыр даны мәңгелек
Батыр даны мәңгелек
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: