Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2022, 11:44

Балыҡсы боҙ аҫтына киткән...

Сибай ҡалаһы янындағы Балыҡсы йорто быуаһында ир боҙ аҫтына киткән.

Балыҡсы боҙ аҫтына киткән...
Балыҡсы боҙ аҫтына киткән...

Ваҡиға урынына Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, медиктар һәм полиция юлланған. Ҡотҡарыусылар килеү менән ирҙе боҙ аҫтынан сығарып, табиптар килгәнгә тиклем реанимация үткәргән. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡиға урынына килеп еткән "Тиҙ ярҙам" хеҙмәткәрҙәре 1958 йылғы ирҙең үлемен раҫлаған. Балыҡсының яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Хөрмәтле балыҡсылар! Әле боҙ йоҡа! Боҙҙоң ҡалынлығы ете сантиметрҙан йоҡараҡ булғанда боҙға сығыу бөтөнләй тыйыла! Бер үк һыу ятҡылығында боҙ төрлө урында төрлө ҡалынлыҡта булыуы ихтимал. Сыҡмай тороғоҙ... Ғүмер бер генә...

Фото: goskomitetrb

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: