Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2022, 13:30

Бөгөн Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

Был көн 2005 йылдан алып йыл һайын ноябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә. Быйыл ул 20 ноябргә тура килә.

Бөгөн Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын иҫкә алыу көнө
Бөгөн Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

Баш автоинспектор Владимир Севастьянов, был көндө республикала юл фажиғәләрендә һәләк булған кешеләрҙе хөрмәтләп иҫкә алыуға йүнәлтелгән социаль әһәмиәтле акциялар уҙғарыла, тип яҙҙы:

- Сараға дини конфессия вәкилдәре лә ҡушылып, юлдарҙа һәләк булған кешеләргә аяттар бағышлай... Ағымдағы йылдың 10 айында республикала 2 мең 908 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 343 кеше, шул иҫәптән 13 бала, һәләк булған, 3 мең 570 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Был көндө юл фажиғәләрендә һәләк булған, йәрәхәтләнгән һәр кемде иҫкә алып, үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың, башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итергә саҡырам. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: