Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2022, 14:15

Бөгөн Бөтә донъя бала көнө

Иң яҡты байрам менән ҡотлап, һәр баланың һау-сәләмәт үҫеүен, именлектә, ҡыуаныста, һөйөүҙә йәшәүен теләйбеҙ! 

Бөгөн Бөтә донъя бала көнө
Бөгөн Бөтә донъя бала көнө

Бар ғаләмгә аҡ нур өргән,
Бәхеттәрҙән гөлдәр үргән,
Донъя күрке бала икән.
Йөрәктәрҙе тетрәндергән,
Үҙәктәрҙе өҙөлдөргән,
Бәғер телгән бала икән.

Һыуҙарымдың тәме-балам,
Көндәремдең йәме-балам,
Йәшәүемдең ғәме-балам,
Намыҫымдың сәме-балам.

Күңелемде күккә сөйгән
Иң ҙур шатлыҡ һинән, балам.
Баш күтәрә алмаҫ ҡайғым,
Әрнеүҙәрем һинән, балам.

Эй, Хоҙайым, бер үк һаҡла баламды…

Фирүзә Абдуллина.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: