Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2022, 23:30

Аварияға тарыған вахтасылар тураһында

Кисә иртән М-5 трассаһының 1568-се саҡрымында, Эҫем һәм Әшә ҡалалары араһында, "MAN" йөк машинаһы пассажирҙар автобусына бәрелеп, 61 йәшлек юл эшсеһенең һәләк булыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Ул алдан, әйтерһең дә, үҙенең үлемен тойған: автобусҡа ултырырғамы-юҡмы, тигәндәй, бер ингән, бер сыҡҡан... Салонда ултырған ике прорабтың береһе: "Ну, нимә йөрөйһөң? Киттек. Беҙ һине алып барырбыҙ. Барыбер автобус шунда бара", - тигәс, ул инеп ултырған. Фура, бәрелгәндән һуң, автобусты 40 метр самаһы этеп барған. Водителдең уң яғында ултырған 61 йәшлек юл эшсеһе транспорттан сығып, башлығын эҙләгән. Тик бер аҙҙан уның хәле насарайған...

Аварияға тарыған вахтасылар тураһында
Аварияға тарыған вахтасылар тураһында

Ул участкаға икенсе транспортта барырға тейеш булған...

«Дортрансстрой» компанияһынан белдереүҙәренсә (вахтасылар шунда эшләгән), ике кеше бик ауыр хәлдә, ике кешене дауахананан ҡайтарғандар, башҡалар травматологияла дауалана.

«Дортрансстрой» Әшә ҡалаһынан Кропачевский сиселешенә тиклем юлды ремонтлай. Компанияның Әшә районында модулле ятаҡтары, мунсаһы, ашханаһы бар. Вахтасылар шунда йәшәй ҙә инде.

Компания хеҙмәткәре Андрей Глебов һөйләүенсә, автобуста кеше күберәк барырға тейеш булған, ләкин күпер төҙөүселәрҙең кемеһелер үҙ машинаһында участкаға юлланған, кемдер һуңлаған...

Шаһиттар, фура водителе руль артында йоҡлап киткәндер, тип фаразлай. 

 Был турала https://ufa1.ru/ сайты хәбәр итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: