Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2022, 12:05

Алма һәм сәтләүектән бәлеш

Ҡунаҡтарығыҙ рецебын һорар, үҙегеҙ гел бешерерһегеҙ.

Алма һәм сәтләүектән бәлеш
Алма һәм сәтләүектән бәлеш

Он – 400 г

Тоҙ – тәменсә

Шәкәр пудраһы – 4 ҡалаҡ

Ҡамыр ҡабартҡыс – 1 балғалаҡ

Аҡ май – 150 г

Ошо аҙыҡ-түлекте сиратлап бергә ҡушып бутарға. Ыуалыусан ҡамыр килеп сыға. Шунан бер йомортҡа, бер йомортҡа ағы һәм өс ҡалаҡ һөт ҡушып, ҡамыр баҫырға ла ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға.

Шул арала ике алманы ҡырғыста ҡырырға. Уға бер ҡалаҡ бал (йә шәкәр), 10 г аҡ май, бер ҡалаҡ лимон һуты ҡушып, табала бешерергә.

Эҫе массаны айырым һауытҡа алып, уға 50 г ваҡланған әстерхан сәтләүеге һалып бутарға.

Ҡамырҙы йәйеп, ситен 14 – 15 өлөшкә киҫеп, матур итеп бөгөп, оя (һүрәттәгесә) яһап ҡуйырға. Уртаға алма массаһын һалырға. Ҡамырҙың ситенә йомортҡа һарыһы һөртөп, һәр өлөшкә (баяғы ояға) әстерхан сәтләүеге (яртышарҙы) тығырға, вағын алма өҫтөнә һибергә. 180 градус эҫелектәге духовкала 30 минутта бешеп сыға.

Тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: