Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь 2022, 12:30

Юлдарҙы таҙарталар

Бөгөн Өфөлә юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға 225 берәмек коммуналь махсус техника һәм 300-ҙән ашыу юл эшсеһе йәлеп ителгән. Яуым-төшөм мул булғас, Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре тәүлек әйләнәһенә көсәйтелгән режимда эшләй. Мәҫәлән, 18 ноябрҙән 19-на ҡараған төндә ҡала урамдарын 245 берәмек коммуналь техника һәм 75 юл эшсеһе таҙартҡан. Уҙған тәүлектә 6 288 кубометр ҡар сығарылған.

Юлдарҙы таҙарталар
Юлдарҙы таҙарталар

Юлдарҙы боҙлауыҡҡа ҡаршы реагенттар менән эшкәртәләр. Атап әйткәндә, уҙған тәүлектә 625,2 тонна реагент файҙаланылған.

Йорт биләмәләрен 118 берәмек ҡар таҙартыусы техника, 611 урам һепереүсе ҡарҙан таҙарта, шулай уҡ Өфө ҡалаһының Торлаҡ хужалығы идаралығының идара итеүсе һәм хеҙмәтләндереүсе ойошмалары иҫәбенән 409 хеҙмәткәр йәлеп ителгән.

Юлдарҙы яҡшылап таҙартырға юл буйында торған машиналар ҡамасаулай: ҡайһы бер участкаларҙы махсус техника менән тиҙ генә таҙартыр урынға, ҡул көсө менән оҙаҡ таҙартырға тура килә.

Шуға ла водителдәргә машиналарын юл буйҙарында (айырыуса төнгөлөккә) ҡалдырмауҙарын һорайҙар.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Юлдарҙы таҙарталар
Юлдарҙы таҙарталар
Юлдарҙы таҙарталар
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: